0%

Көҙ килде(шиғыр). Муса Ғәли

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Көҙ килде (шиғыр )
автор Муса Ғәли
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Көҙ килде


 Яҙ матурмы, көҙ микән...
 Уйланым ошо хаҡта.
 Бөгөн көҙгө ел иҫте,
 Шығырлап торҙо ҡапҡа.
 «Асығыҙ, ас, керәм, — ти, —
 Мин алыҫтан киләм, — ти, —
 Сәскәләр күҙ йоморҙар,
 Кибеп ҡатыр үлән», — ти.
 Мин өндәшәм һаҡ ҡына:
 «Килмәй тор, — тим, —
                    саҡ ҡына.
 Яҙын, йәйен бар донъя
 Торҙо йәшел, саф ҡына,
 Һайрап торҙо һандуғас,
 Сәскә йыйҙым сүгәләп,
 Ҡояш нурына уйнап,
 Осто һары күбәләк».
 Моңһоуланды ҡапыл көҙ:
 «Һин миңә ныҡлап ҡара,
 Алтын игендәр тейәп,
 Юл буйлап йөктәр бара.
 Баҡсаларҙа алланып
 Алмалар бешеп тора,
 Һирәк-һаяҡ япраҡтар
 Өҙөлөп төшөп тора.
 Утлы ҡыҙыл суҡ булып
 Баландар тора янып.
 Алтын һары урманға
 Торорһоң хайран ҡалып...»
 «Алтын тауҙың биттәрен
 Көмөш томан ҡаплаған.
 Шундай муллыҡ,матурлыҡ...
 Әйҙә, көҙ, кер ҡапҡанан».

 


1988 йыл